1 Тыңлағыҙ, уландар, атай нәсихәтен, ҡолаҡ һалығыҙ, аҡыл туплағыҙ.
Залимдар миңә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла; Мин белмәгән нәмәләр хаҡында һорайҙар,
Улым, ата нәсихәтен тыңла, әсәйеңдең өгөттәрен кире ҡаҡма;
Ҡолағыңды ас та аҡыллылар һүҙен тыңла, минең белемемә күңел һал:
Улым, айыҡ аҡыл йөрөтөр өсөн, ирендәрең белемеңде һаҡлаһын өсөн, мин биргән аҡылға күңел һал, әйткән фекеремде һанла.
Кәңәш тыңла, өгөт-нәсихәткә ҡолаҡ һал, ахыр килеп аҡыллыраҡ булырһың.
Аҡылға әйт: «Һин – минең һеңлем!» зирәклекте: «туғаным» тип ата.
Аҡыл һәм нәсихәтте өйрәнмәк өсөн, фәһемле һүҙҙәрҙең асылын төшөнмәк өсөн,
Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ.
Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуп улдары, Атағыҙ Исраилға ҡолаҡ һалығыҙ!
Аҡыллы улан ата өгөтөн тыңлар, йүнһеҙ улан шелтәгә ҡолаҡ һалмаҫ.