9 Раббыны бөтә мал-мөлкәтең менән олола, һәр эшеңдең тәүге емешен уға арна,
Мин ҡуйған таш бағана Алла йортона әйләнер һәм Һин, Раббы, миңә насип итәсәк бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн мин Һиңә бирермен.
Батшалығың Һинең – мәңгелек батшалыҡ, Хакимлығың – быуындан-быуынға дауам итә.
Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.
Үҙең сәскән баҫыуҙың тәүге уңышын йыйғас, Ураҡ байрамын үткәр. Йыл аҙағында, баҫыуҙан бөтә уңышты йыйып алғас, Уңыш йыйыу байрамын үткәр.
Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббының йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.
Ерең биргән тәүге уңыштың иң яҡшыһын Аллаң Раббы йортона алып кил. Кәзә бәрәсен инәһенең һөтөндә бешермә.
Йомарт кеше етеш йәшәр, сарсағанға һыу биреүсегә лә һыу бирерҙәр.
Ярлыны рәнйеткән – уның Яратыусыһын хурлаған, хәйерсене хәстәрләгән – Раббыны данлаған.
Тотош яндырыу ҡорбаны итеп, Һин Миңә һарыҡтар килтермәнең, Ҡорбандарың менән Миңә хөрмәт күрһәтмәнең. Мин өҫтөңә ҡыйынлыҡ һалманым – Икмәк саҙаҡалары талап итмәнем, Хуш еҫ ҡорбандары таптырып йонсотманым.
Бишенсе йылда иһә ул ағастың емешен ашай алаһығыҙ. Шулай итеп уңышығыҙ артҡандан арта барасаҡ. Мин Аллағыҙ Раббымын.
Тәүге ҡамырҙан икмәк бешергәндә көлсәне саҙаҡа итегеҙ, уны ырҙын саҙаҡаһылай итеп бирегеҙ.
Уларҙы һеҙҙеке кеүек өлөштәре һәм биләмәләре булмаған левиҙәр, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар килеп ашаһын һәм туйһын. Шулай эшләһәгеҙ, Аллағыҙ Раббы һәр эшегеҙгә фатихаһын бирер.