2 сөнки улар ғүмереңде оҙонайтыр, имен йәшәр йылдарыңды арттырыр.
Йолҡҡанға тиклем үк ҡороп ҡалған, Ҡыйыҡта үҫкән үлән һымаҡ булһындар улар.
Һин ни ҡәҙәр мөҡәддәсһең! Исраилдың маҡтауҙары өҫтөнә тәхет ҡорғанһың.
Улар әйтер: «Раббы хаҡ, Ул – ҡаям минең; Унда тамсы ла ғәҙелһеҙлек юҡ».
Раббынан ҡурҡҡан – ғүмерен оҙайтыр, ямандарҙың йылдары иһә ҡыҫҡара барыр.
Сал сәс – кешенең тоғро юлда ҡаҙанған шөһрәт тажы.
Тыңла, улым, һүҙҙәремде ҡабул итһәң, ғүмер йылдарыңды арттырырһың.
Атам мине былай тип өйрәтте: «Һүҙҙәремде йөрәгеңдә һаҡла, бойроҡтарымды үтә – оҙаҡ йәшәрһең.
Аҡыл арҡаһында көндәрең оҙайыр, ғүмер йылдарың ишәйер.
Хаҡлыҡтың емеше – именлек, Нәтижәһе мәңгелек тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек булыр.
Шулай эшләһәгеҙ, Раббы аталарығыҙға бирергә ант иткән тупраҡта үҙегеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да ғүмере оҙон булыр һәм күк йөҙө ер өҫтөндә күпме торһа һеҙ һәм нәҫелдәрегеҙ унда шул тиклем йәшәрһегеҙ.
Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ.