3 Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен иһә Раббы һынай.
3 Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.
Йотмаҡ булып ташланған яуыздар – Күрә алмаусылар, дошмандарым – абынып ергә ауасаҡ.
Үлеләр донъяһы һәм Һәләкәт урыны асыҡ булған Раббыға кешенең йөрәгендә ниндәй сер булһын!
Кеше бөтә юлдарын да пак тип һанай, ләкин Раббы күңелдәрҙе һынап ҡарай.
Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһының боҙоҡ улынан өҫтөн булыр; мираҫтан да хужаның улдары менән бер рәттән өлөш алыр.
Кеше барған юлын дөрөҫ тип һанай, ләкин Раббы йөрәктәрҙе Үҙе үлсәй.
Алтын менән көмөш – утта, кеше маҡтау менән һынала.
Бына һине утта иретеп таҙарттым, Ләкин көмөш кеүек түгел, Ә ғазап усағында һынаным.
Мин, Раббы, кешенең йөрәген беләм, Кешенең булмышын һынайым. Һәр кемгә ҡыуған юлына күрә, Эшенең емешенә ҡарап әжерен бирәм.
– Эй әҙәм улы, Исраил нәҫеле Минең өсөн көмөштө иретеп таҙартҡандан һуң тороп ҡалған төпрә кеүек булды. Һәммәһе бергә тимерлек усағында ҡалған файҙаһыҙ төпрә – аҡ ҡурғаш, баҡыр, тимер һәм ҡара ҡурғаш ҡатнашмаһына әйләнде.
Аҡыл эйәләренең ҡайһы берәүҙәре, һынауҙар аша үтеп, таҙарынып һәм сафланып, ахыр заманаларға тиклем ҡыҫырыҡлауҙар ҡорбаны булыр, сөнки ахыр сәғәте етмәгән әле.
Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, «Улар – Минең халҡым», – тиермен. Улар иһә: «Раббы – минең Аллам!» – тип әйтер.
Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан изгелек ҡылыр өсөн эшләне.
Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн һине һынауҙарға дусар итте.