3 Намыҫлыны күңел сафлығы етәкләр, мәкерлеләрҙе хәйләһе харап итер.
Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы – минең яҡтылығым, ҡотҡарыусым, Кемдән ҡурҡайым мин? Раббы – тормошом ҡәлғәһе, Кемдән өркәйем мин?
Тәҡүәлек менән әҙәп тура юлдан йөрөтөр, яман әҙәмде үҙ боҙоҡлоғо йыға һуғыр.
Дөрөҫлөк юлында булғанды тоғролоғо ҡотҡарыр, яуызды ҡылған гонаһы һәләк итер.
Ахмаҡлыҡ кешене юлдан яҙҙыра, ғәйепте ул асыуланып Раббыға япһара.
Ә яуыздар ерҙән юҡ ителер, мәкерле бәндә төбө-тамыры менән ҡоротолор.
Залимдарҙың яуызлығы үҙ башына төшөр, сөнки улар ғәҙеллектән баш тартты.
Раббы күҙе ғилемде һаҡлай, хыянатсы бәндәнең һүҙҙәрен бушҡа сығара.
Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.
Артыҡ яуыз, дыуамал булма: ниңә ваҡытынан алда үлергә?
Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.
Барса ирҙәре менән бергә мидйәндәрҙең биш батшаһын – Әүиҙе, Рәҡәмде, Сурҙы, Хурҙы һәм Рәвеғте лә үлтерҙеләр, Беғор улы Билғамды ла ҡылыстан үткәрҙеләр.