2 Тәкәбберлек артынан хурлыҡ килер, тыйнаҡтарға эйәреп аҡыл йөрөр.
Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.
Раббынан ҡурҡыу аҡылға өйрәтә, итәғәтлек данға юл аса.
Һәләкәттән алда күңел тәкәбберлеге килә, тыйнаҡлыҡ иһә үҙе артынан дан-шөһрәт эйәртә.
«Бына ул бөйөк Бабил, – тине ул, – үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән, үҙ даныма һәм хөрмәтемә төҙөгән батша ҡалаһы!»