9 Тура юлдан йөрөгән имен йәшәр, кәкре юлдан киткән фаш ителер.
Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.
Ҡулдары пак, йөрәге саф булған, Буш-юҡҡа күңел һалмаған, Ялған ант бирмәгән әҙәм.
Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.
Боҙоҡ әҙәм яҡшылыҡ белмәҫ, мәкерле тел бәләгә дусар булыр.
Нәфрәтен хәйлә аҫтында йәшерһә лә, яуызлығы йыйын алдында асылыр.
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
Намыҫлы йәшәгән хәүефһеҙ ғүмер кисерер; ҡыя юлдан йөрөгән һөрөнөп ҡолар.
Шул саҡ юлың имен-аман булыр, аяҡтарың иһә яҙа баҫмаҫ.