4 Ялҡау ҡулдар бөлгөнгә төшөрөр, тырыш ҡулдар байлыҡ килтерер.
Тырышлыҡ кешене муллыҡҡа килтерер, ашыҡ-бошоҡ эшләүсе мохтажлыҡҡа дусар булыр.
Ялҡау көҙөн ерен һөрмәй, ураҡ мәлендә буш баҫыуҙы һәрмәй.
Ялҡау йоҡоға туймаҫ, эшлекһеҙҙең ашы булмаҫ.
Ялҡау әллә нәмәләр көтөп ятҡансы, егәрле тамағын туйҙырған.
Күп йоҡлаһаң, ас ҡалырһың, күҙ йоммаһаң, өҫтәлең һыйлы булыр.
Ялҡау әҙәм табаҡҡа ҡулын тығыр, тик ауыҙына еткергәнсе йыбаныр.
Егәрленең ҡулы – етәкселек итер, ялҡаулығы кешене ҡол итер.
Ҡайһы берәүҙәрҙең ҡулы йомарт, әммә байлығы арта бара, ҡайһылар һаран, әммә хәйерселектән ҡотола алмай.
Хужаһы ялҡау булһа, өйөнөң түшәме ишелер, ҡул ҡаушырып ултырһа, түбәһенән һыу үтер.
Аҡыллы ул йәй көнө иген игер, ураҡ ваҡытында йоҡлап ятҡан ул хурлыҡ килтерер.
Ялҡау ауына эләккәнде лә бешермәҫ, егәрленең мал-мөлкәте һан белмәҫ.
Эшендә ялҡау булған кеше – емереүсенең туғаны.
Шул көндә үк ҡоҙоҡ ҡаҙған хеҙмәтселәр килеп, Исхаҡҡа һыу табыуҙары хаҡында хәбәр итте.