Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 9:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18 Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ҡолаҡ һал да, Аллам, ишет! Үҙ ҡарашыңды төбә – Һинең исемеңде йөрөткән ҡалабыҙҙың ни рәүешле емерелгәнен күр. Беҙ Һиңә ялбарабыҙ, үҙебеҙҙең тәҡүәлеккә түгел, ә Һинең оло рәхимлегеңә иҫәп тотабыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 9:18
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бар ҡәүемдәр, Раббыны маҡтағыҙ! Бөтә өммәттәр, Уны ҙурлағыҙ!


Ғәйепһеҙлегемде раҫлап Ҡулымды йыуырмын, Раббы. Ҡорбан усағыңды уратып йөрөрмөн,


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр, йә Раббы; Һине, тере Алланы, хурларға ебәргән Санхеривтың бөтә һүҙҙәрен ишет.


Исемем менән саҡырған һәр кешене, Үҙ даным өсөн Үҙем яратҡан, Үҙем бар ҡылған һәм рәүеш биргән Һәр кешене кире килтер!“ – тиермен.


Быларҙан һуң да, йә Раббы, Үҙеңде тыйып торорһоңмы? Өндәшмәйенсә беҙҙе самаһыҙ ғазапларһыңмы?


Беҙ һәммәбеҙ нәжес һымаҡ булдыҡ, Тәҡүәлегебеҙ бысранған кейем кеүек. Бөтәбеҙ ҙә япраҡ һымаҡ һулыныҡ, Ғәйептәребеҙ беҙҙе ел һымаҡ алып китә.


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Ниңә ҡаушап ҡалған уҙамандай, Ҡотҡарырға көсө булмаған яугир һымаҡһың? Һин бит, Раббы, беҙҙең арабыҙҙа! Һин беҙҙе Үҙеңдеке тип атаның, Ташлама беҙҙе.


Һүҙҙәреңде табып йотоп торҙом, Улар миңә шатлыҡ бирҙе, күңелемә һөйөнөс булды. Сөнки Һин мине Үҙеңдеке тип атаның, Эй Күк ғәскәрҙәре Аллаһы Раббы.


Ҡарағыҙ, Минең исемем менән аталған ҡалаға һәләкәт юллайым икән, әллә һеҙ язаһыҙ ҡалырбыҙ тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, һеҙ язаһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, сөнки Мин ер йөҙөндә йәшәгәндәрҙең барыһына ҡаршы ҡылыс саҡырам», – тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.


Инде мине тыңлаһаң ине, батшам хакимым! Үтенесемде аяҡ аҫтына һалмаһаң ине: кәтип Йонаҫандың өйөнә кире ебәрмә, юҡһа мин унда үлермен!


Шуға күрә Исраил халҡына әйт, Раббы Хаким былай ти: «Эй Исраил нәҫеле, быны һеҙҙең өсөн түгел, барған ҡәүемдәр араһында һеҙ бысратҡан изге исемем хаҡына эшләйәсәкмен.


Белеп тороғоҙ, быны һеҙҙең хаҡығыҙға эшләмәйем, – тип белдерә Раббы Хаким. – Тотҡан юлдарығыҙ өсөн оялығыҙ, йөҙөгөҙ ҡыҙарһын, эй Исраил халҡы!»


Һин хаҡлыһың, Хакимым минең, ә беҙ, Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр — оятҡа ҡалдыҡ.


Минең исемемде әйтеп, улар ошолай тип саҡырһындар. Шунда Мин исраилдарға фатихамды бирермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ