Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 9:15 - Башкирский ВЗ (неполный)

15 Эй Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Эй бөйөк Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 9:15
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тоғро мөхәббәте өсөн улар Раббыға рәхмәт уҡыһын! Әҙәм балаларына ҡылған хикмәттәре өсөн шөкөрана ҡылһын!


Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


Фирғәүенде, уның яу арбаларын һәм атлыларын еңеп, шөһрәтемде күрһәткәс, мысырҙар белер: Мин – Раббы.


Ләкин Муса Аллаһы Раббыға ялбара башланы. – Раббым! – тине ул. – Ниңә Һинең Үҙеңдең ҡөҙрәтең – көслө ҡулың менән Мысырҙан алып сыҡҡан халҡыңа ҡарата асыуың ялҡынлана?


Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп һеҙҙе йолоп алырмын.


Ләкин һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Сәнскеле ҡыуаҡ урынына – кипарис, Кесерткән урынына мирт үҫеп сығыр. Былар барыһы ла Раббы өсөн шөһрәт, Мәңгелек, юғалмаҫ билдә булыр.


Үҙенә өмөт бағлағандарға Шундай эштәр ҡылған Алла Һин генә. Борондан бирле Һинән башҡаны Һис бер күҙҙең күргәне, Һис берәүҙең ишеткәне, Һис бер ҡолаҡҡа ингәне булманы.


Ҡылған енәйәттәребеҙҙе, Ата-бабаларҙың ғәйептәрен Беҙ таныйбыҙ, Раббы, – Һинең алда гонаһлыбыҙ!


Был хаҡта һатып алыу ҡағыҙы яҙып мөһөр баҫтым һәм, шаһиттар саҡырып, көмөштө үлсәп бирҙем.


Беҙ гонаһ ҡылдыҡ һәм баш күтәрҙек, Һин беҙҙе ғәфү итмәнең!


Әммә ул Минең ҡанун-ҡағиҙәләремә ҡаршы сыҡты, башҡа ҡәүемдәрҙән, тирә-яғындағы илдәрҙән дә былайыраҡ яуызлыҡ ҡылды, Минең ҡанундарымды кире ҡаҡты, ҡағиҙәләремде үтәмәне».


Ә беҙ гонаһҡа баттыҡ, яҙыҡ юлға баҫтыҡ, яуыз ғәмәлдәр һәм бола ҡылдыҡ, Һинең бойороҡтарыңды һәм ҡанундарыңды кире ҡаҡтыҡ.


Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ