Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 9:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 9:14
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул яман хәбәрҙән ҡурҡмаҫ, Бөтөн йөрәктән Раббыға өмөт бағлар.


Фирғәүен, Муса менән Һарунды саҡырып, уларға: – Был юлы гонаһ миндә булды. Раббы хаҡлы, мин үҙем дә, халҡым да ғәйеплебеҙ, – тине. –


Һинең менән дәғүәләшкәнемдә, Һин хаҡлы булып сығаһың, йә Раббым. Шулай ҙа Һинең менән йәнә һөйләшмәксемен, Ғәҙеллек хаҡында һорау бирмәксемен: Ниңә яуыздарҙың эше уңа? Ни өсөн хыянатсылар рәхәт йәшәй?


Элек Мин был халыҡты тамырынан йолҡоп алыр, емереп ташлар, юҡҡа сығарыр, һәләк итер һәм бәләгә төшөрөр өсөн күҙәткән булһам, инде, төҙөгәндә һәм тамырландырғанда ла уларҙан күҙемде алмам, – тип белдерә Раббы. –


Баҫыу ҡарауылсылары һымаҡ Улар Йәрүсәлимде уратып алды. Сөнки был ҡала Миңә ҡаршы баш күтәрҙе! – тип белдерә Раббы. –


Мин уларҙы яҡшылыҡ өсөн түгел, яманлыҡ өсөн күҙәтәсәкмен. Мысыр ерендәге бөтә йәһүҙиҙәр, тулыһынса юҡ ителгәнгә тиклем, ҡылыстан һәм аслыҡтан ҡырыласаҡ.


Дошмандары уға башлыҡ булды, Уны иҙеүселәр рәхәтләнә; Сөнки Раббы гонаһтары хаттин ашҡан өсөн Сионды ғазапҡа дусар итте, Балаларын әсирлеккә дошман ҡыуып алып китте.


Йәш сағыңды иҫеңдә тотмаған һәм ҡылған эштәрең менән асыуымды килтергән өсөн, Мин был ғәмәлдәренең әжерен баштарына төшөрәсәкмен, – тип белдерә Раббы Хаким. – Бөтә был әшәкелектәреңә өҫтәп, һин боҙоҡлоҡҡа бирелмәнеңме ни?


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Һин хаҡлыһың, Хакимым минең, ә беҙ, Йәһүҙәнең һәм Йәрүсәлимдең, тотош Исраилдың халҡы Һиңә хыянат итеп гонаһ ҡылған өсөн Һин төрлө илдәргә һөргән, яҡын һәм алыҫ араларҙа йәшәгән һәммә кешеләр — оятҡа ҡалдыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ