Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 9:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Һинең беҙҙең хаҡта һәм беҙҙең хакимдар хаҡында әйткән һүҙҙәрең ысынға сыҡты: Һин беҙҙең өҫкә ҙур афәт яуҙырҙың – Йәрүсәлимдәге кеүек хәлдең күктәр аҫтында булғаны юҡ ине әле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 9:12
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ер йөҙөндәге батшалар, бар халыҡтар, Башлыҡтар һәм дә бөтә хакимдар,


Эй батшалар, аҡылға килегеҙ! Эй донъя хакимдары, ғибрәт алығыҙ!


Минең ҡөҙрәтем менән башлыҡ һәм түрәләр, Ер йөҙөнөң барлыҡ хөкөмдарҙары ғәҙел идара итә.


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын хәрәм ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».


Килеп ул ергә хужа булдылар, әммә Һинең әйткәндәреңә ҡолаҡ һалманылар, ҡануныңды үтәмәнеләр, улар ҡушҡандарыңдың береһен дә эшләмәнеләр, шуның өсөн Һин уларға ошо бәләләрҙе ебәрҙең.


– Бар, Куш кешеһе Ғәвәд-Мәләхкә әйт, «Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Бына, был ҡала тураһында әйткән һүҙҙәремде ғәмәлгә ашырам, уға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ килтерәм. Көнө еткәс, һин быларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрерһең.


Хуш еҫ төтәтеп, һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, Уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, ҡануны, ҡағиҙә һәм күрһәтмәләре буйынса йәшәмәнегеҙ, шуға күрә лә, бөгөн күргәнегеҙсә, башығыҙға был афәт килде.


Эй һеҙ, үтеп барыусылар, ҡарағыҙ! Күҙ һалығыҙ ҙа күрегеҙ, Миңә бирелгән ғазаптай бармы тағын? Бына ниҙәр ҡылды миңә Раббы Асыуы ялҡынлаған көнөндә.


Һиңә нимә тип әйтәйем, эй Йәрүсәлим-ҡыҙ? Һине нимәгә сағыштырайым? Йыуатыр өсөн кемгә тиңләйем, ғиффәтле ҡыҙ Сион? Йәрәхәтең диңгеҙ һымаҡ тәрән, Кем генә һине дауалай алыр?


Раббы, ниһайәт, ниәтен ғәмәл ҡылды. Борон замандарҙа бойорғанын бойомға ашырҙы – Һине ҡыҙғанмай емерҙе. Дошмандарыңды хәлеңә ҡыуандырҙы, Һине күрә алмағандарҙың көсөн арттырҙы.


Ғәзиз халҡым, ҡылган гонаһтары өсөн, Кеше ҡулы теймәйенсә Күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарылған Содом ҡалаһынан да ҡатыраҡ язаланды.


Пәйғәмбәрҙәрегеҙҙең күргәндәре уйҙырма, күрәҙәлектәре ялған. Мин уларҙы ебәрмәнем, әммә улар: „Раббы шулай тип белдерә“, – тип һөйләй. Бына шулар әйткәндәре ғәмәлгә аша тип көтәләрме?


Бөтә ерәнгес эштәрең арҡаһында, Йәрүсәлим, быға тиклем эшләмәгән һәм артабан да эшләмәйәсәк нәмә ҡыласаҡмын.


Шул саҡ һинең халҡыңды яҡлаусы бөйөк хаким Михаил килер. Шунда кешеләр берләшеп халыҡ булғандан бирле бер кем дә татымаған афәттәр заманы башланыр. Был дәүерҙә һинең халҡыңдан исемдәре Китапҡа теркәлгән һәр бер кеше ҡотолоп ҡалыр.


Дөм ҡараңғы бер көн, Болотло, ҡап-ҡара көн булыр ул! Бер ғәскәр килер Тауҙар өҫтөнә йәйелгән таңғы нур һымаҡ; Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ ҡеүәтле бер сиреү. Быға тиклем ундайҙың һис булғаны юҡ, Бынан һуң килер быуындар ҙа ундайҙы күрмәҫ.


«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


– Төндә күрҙем: үҙәнлектәге мирт ағастары араһында ерән атҡа атланған бер әҙәм тора. Артында ерән, туры һәм аҡ аттар бар ине.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ