Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 7:27 - Башкирский ВЗ (неполный)

27 Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ – мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

27 Күк аҫтындағы бөтә батшалыҡтарҙың көс-ҡөҙрәте, хакимлыҡ хоҡуғы һәм бөйөклөк-олпатлығы Юғарыларҙан Юғарының изге халҡына бирелер. Ул батшалыҡ мәңгелек булыр, башҡа хакимдар уға буйһонор һәм баш һалыр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 7:27
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен? Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?»


Сит халыҡтар Исраил халҡын үҙ төйәгенә ҡайтарыр. Раббы ерендә исраилдар был халыҡтарҙы ҡол итер. Үҙҙәрен әсир иткәндәрҙе әсир итерҙәр, Элек үҙҙәрен иҙгәндәргә хаким булырҙар.


Сөнки уңға ла, һулға ла йәйрәйәсәкһең. Тоҡомоң күп халыҡтарға хаким буласаҡ, Бушап ҡалған ҡалаларҙы төйәк итәсәк.


Тоғролоғо менән именлеге туҡтауһыҙ артыр, Ул Дауыт тәхетендә, уның батшалығында хөкөм һөрөр. Хакимлығын ғәҙеллек менән хаҡлыҡҡа ҡорор һәм нығытыр. Был бөгөндән алып мәңге дауам итер. Күк ғәскәрҙәре Раббыһы быны Үҙ ғәйрәте менән эшләйәсәк.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Бына минең фарманым: батшалығымдың бөтә өлкәләре Даниил Аллаһы алдында ҡурҡып һәм ҡалтырап торһон. Сөнки Ул – тере Алла, Мәңге йәшәр Алла, Уның батшалығы емерелмәҫ, Хакимлығының ахыры булмаҫ.


Уға хакимлыҡ, хөрмәт һәм батшалыҡ бирелде. Бар халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр уға буйһондо. Уның хакимлығы – бөтмәҫ-төкәнмәҫ, мәңгелек хакимлыҡ. Уның батшалығы һис ҡасан емерелмәҫ.


Һуңынан батшалыҡты Юғарыларҙан Юғарының изгеләре аласаҡ, уларҙың батшалығы мәңгенән мәңгегә хакимлыҡ итәсәк».


Халыҡтың ҡотолоп иҫән ҡалғандары, Сион тауына күтәрелеп, Ғаяз тауына хакимлыҡ итер. Раббы батшалығы башланыр.


Раббы иһә бөтә ер йөҙөнөң батшаһы булыр. Ошо көндө тик Раббы ғына булыр, бары Уның исеме берҙән-бер исем булып ҡалыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ