Шунан һуң батшаға барып, ул сығарған ҡарарға ҡағылышлы былай тинеләр: – Һин бит, батша, утыҙ көн буйы үтенесе менән һиңә түгел, ә башҡа илаһҡамы йәки кешегәме мөрәжәғәт иткән әҙәмде арыҫландар янына соҡорға ташларға, тигән фарман сығарғайның. – Был ҡарарым ҡәтғи, ул үҙгәрмәй торған мадай һәм фарсылар ҡануны! – тип яуап ҡайтарҙы батша.