28 Пәрәс – «Һинең батшалығың бүлгеләнеп мадайҙар менән фарсыларға бирелде».
28 Пәрәс – «Һинең батшалығың, бүлгеләнеп, мадайҙар менән фарсыларға бирелде».
Бына Мин мадайҙарҙы уларға ҡаршы ҡуям, Уларҙың көмөшкә иҫе китмәй, Алтынды эшкә лә һанамай.
Миңә ҡурҡыныс бер илаһи күренмеш булды: Хыянатсы хыянат итә; талаусы – талай! «Эй Ғелам, һөжүм ит! Мадай, Бабилды ҡамауға ал! Бабил сәбәп булған барса һыҡтауҙарға сик ҡуям!»
Бәлә килер – арбай алмаҫһың, Ҡаза төшөр – ҡыуа белмәҫһең. Ҡапыл әле уйыңда ла булмаған һәләкәткә юлығырһың.
Ул ер тураһында һөйләгәндәремдең барыһын, ошо китапҡа яҙылған һүҙҙәрҙең һәммәһен, Йермеяһтың бөтә халыҡтарға пәйғәмбәрлек итеп әйткәндәрен бойомға ашырасаҡмын.
Ҡәүемдәрҙе – Мадай батшаларын, Өлкә, ҡалаларҙың башлыҡтарын, Уға буйһонған бөтә илдәрҙе Бабилға ҡаршы һуғышҡа әҙерләгеҙ!
Был һәйкәлдең башы – саф алтындан, күкрәге менән ҡулдары – көмөштән, ҡорһағы менән янбаштары – баҡырҙан,
Һинән һуң бүтән батшалыҡ килер, ул һинеке һымаҡ бөйөк булмаҫ. Шунан өсөнсө, баҡыр батшалыҡ бар ер йөҙөндә хакимлыҡ итер.
Мадайҙан Дарий батшалыҡты үҙ ҡулына алды, уға был осорҙа алтмыш ике йәш ине.
Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте.
Эй батша, фарман сығарып уға ҡулыңды ҡуй. Ул ҡарар – мадайҙар һәм фарсыларҙың үҙгәрмәҫ ҡануны кеүек үк, ғәмәлдән сығарылмаҫлыҡ булһын.
Һин күргән ике мөгөҙлө һарыҡ тәкәһе – Мадай һәм Фарсы батшалары.
Сығышы менән мадайҙарҙан булған Дарий Ахашверош улының халдейҙар батшаһы итеп ҡуйылыуының тәүге йылы.