Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 5:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Алла уға биргән бөйөклөк алдында барлыҡ халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр ҡурҡып ҡалтырап торҙо: батша кемде теләне, шуны үлтерҙе, кемде теләне – тере ҡалдырҙы, кемде теләне – үрләтте, кемде теләне – төшөрҙө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 5:19
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Батшаның асыуы – үлем илсеһе, әммә аҡыллы кеше уны тынысландырыр.


Батша хозурынан ситкә сығырға ашыҡма, яман эштәр яҡлы булма, сөнки батша үҙе нимә теләй, шуны эшләй ала.


Мин уны халыҡтар хакимының ҡулына тапшырҙым. Был хаким уны яуызлығына күрә эш итте. Мин Үҙем иһә уны ситкә типтем.


Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙы юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,


Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр.


Шунан һуң ҡеүәтле батша килер, ғәйәт ҙур ерҙәрҙә хакимлыҡ итер һәм үҙе ни теләй, шуны эшләр.


Ә төньяҡ батша ни теләһә, шуны ҡылыр. Һауаланып китер, үҙен бар илаһтарҙан юғары ҡуйыр, аллалар Аллаһына ҡаршы әшәке һүҙ һөйләр. Ул уңышҡа өлгәшер, асыу көндәре үтеп киткәнсе шулай булыр, сөнки алдан билдәләнгән нәмә ҡылынмай ҡалмаҫ.


Бөтә халыҡтарға, ҡәүем һәм ҡәбиләләргә минең бойороғом: кем дә кем Шадрах, Мешах һәм Ғавед-Него Аллаһы тураһында ихтирамһыҙ һүҙ әйтһә, шуны киҫәктәргә тураҡлаһындар һәм йортон емерһендәр. Сөнки, был Алла һымаҡ, башҡа бер илаһ та шулай ҡотҡара алмай.


оран һалыусы көслө тауыш менән: – Бөтә халыҡтар, ҡәүем һәм ҡәбиләләр, тыңлағыҙ! – тип ҡысҡырҙы. –


Кем дә кем йөҙтүбән ҡапланып сәждә ҡылмай, шул кисекмәҫтән янып торған мейескә ырғытыласаҡ.


Һин төшөңдә күргән ҡеүәтле һәм бөйөк, башы күктәргә олғашҡан, ерҙең һәр тарафынан күренеп торған,


ул һин ул, батшам. Һин бөйөк һәм ҡеүәтле, бөйөклөгөң асмандарға аша, хакимлығың ер сигенәсә йәйелә.


Һине кешеләр араһынан ҡыуырҙар; ҡырағай януарҙар араһында йәшәргә, мал ише үлән менән туҡланырға, ысыҡ менән йыуынырға тура килер. Ана шулай ете йыл үтер – һәм һин шуны аңларһың: кешелек батшалығына Юғарыларҙан Юғары бер үҙе хаким, Ул кемгә теләй, шуға бирә.


Байлыҡ алдатҡыс ул, Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй. Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ, Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ. Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя, Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ