Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 4:31 - Башкирский ВЗ (неполный)

31 – Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 – Ваҡыт үтә торҙо, бер саҡ мин, Навуходоносор, күккә баҡтым – шунда уҡ зиһенем асылды. Мин Юғарыларҙан Юғарыға рәхмәт әйттем, Мәңге Йәшәүсене данланым һәм маҡтаным: Уның хакимлығы – мәңгелек, Уның батшалығы быуындан-быуынға ҡаласаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 4:31
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сәлим батшаһы Мәлки-Садиҡ та Ибрамға икмәк менән шарап алып килде. Ул Юғарыларҙан Юғары Алланың ҡаһины ине.


Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡарарын кем боҙа алыр? Һуҙған ҡулын кем туҡтатып ҡалыр?»


Шунан мин йылға һыуҙары өҫтөндә торған етен кейемле заттың яуабын ишеттем. Ике ҡулын күккә күтәреп, ул Мәңге Йәшәүсе менән ант итте: – Барыһы ла бер мөҙҙәттән, ике мөҙҙәттән һәм ярты мөҙҙәттән, изге халыҡтың көс-ҡеүәтен һындырыу туҡтағас, тамамланыр.


Шуға күрә, эй батшам, минең кәңәшемә ҡолаҡ һала күр: үҙеңдең гонаһтарыңды – изге эштәр менән, ғәҙелһеҙлегеңде фәҡирҙәргә рәхимлегең менән төҙәт. Шулай итһәң, бәлки, хозур тормошта көн күреүең оҙаҡ дауам итер.


Ун ике айҙан һуң ул Бабилдағы батша һарайының башында йөрөп ята ине.


Навуходоносорға әйтелгәндәр шунда уҡ бойомға ашты. Уны кешеләр араһынан ҡыуҙылар, мал ише, үлән ашаны, тәне күк ысығында йыуылды. Сәстәре бөркөт ҡанатылай, тырнаҡтары ҡоштоҡо һымаҡ оҙон булып үҫте.


Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.


Хәҙер инде мин, Навуходоносор, Күк Батшаһына дан, хөрмәт һәм маҡтау йырлайым: Уның ғәмәлдәре хаҡ, юлдары ғәҙел, Ул тәкәбберҙе буйһондорорға ҡөҙрәтле.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Пәрәс – «Һинең батшалығың бүлгеләнеп мадайҙар менән фарсыларға бирелде».


Ул ҡотҡара һәм аралай, Күктә лә, ерҙә лә Мөғжизәләр һәм хикмәттәр ҡыла. Даниилды ул арыҫландан ҡотҡарып алды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ