Даниил 2:48 - Башкирский ВЗ (неполный)48 Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне. အခန်းကိုကြည့်ပါ။Изге Яҙма48 Шунан һуң батша Даниилды үрләтте, бик күп зиннәтле бүләктәр бирҙе, уны Бабил өлкәһенә хаким, Бабилдың барлыҡ аҡыл эйәләренә башлыҡ итеп тәғәйенләне. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Һинең батшалығыңда мөҡәддәс аллалар рухы менән һуғарылған бер кеше бар. Һинең атайың идара иткән саҡта уҡ уның яҡты аҡылға, зиһенгә эйә булғаны, мөҡәддәс аллаларҙың рухы менән Һуғарылғаны билдәле ине. Һинең атайың Навуходоносор уны тылсымсылар, сихырсылар, халдей аҡыл эйәләре, фал һалыусыларҙың башлығы итеп тәғәйенләне.
Батша тылсымсыларҙы, сихырсыларҙы, халдей аҡыл эйәләрен, фал һалыусыларҙы саҡырырға бойороп ҡысҡырып ебәрҙе. Ул Бабил аҡыл эйәләренә: – Кем дә кем миңә был яҙыуҙы уҡып, уның мәғәнәһен әйтеп бирә, шуны затлы ҡарағусҡыл ҡыҙыл кейемгә кейендерерҙәр, муйынына алтын сылбыр тағырҙар, һәм ул дәүләт эсендә өсөнсө кеше булыр, – тине.