Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 2:45 - Башкирский ВЗ (неполный)

45 Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә, бер таштың кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уны юралышы ла дөрөҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Шуға ла һин тауҙан үҙенән-үҙе, кеше ҡулы теймәйенсә бер таштың, кителеп төшөп, тимер, баҡыр, балсыҡ, көмөш һәм алтынды селпәрәмә килтергәнен күргәнһең. Ҡөҙрәтле Алла батшаға ошо рәүешле киләсәктә нимәләр булырын белдереп ҡуйған. Был төш хаҡ, уның юралышы ла дөрөҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 2:45
32 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та шулай уҡ ете йыл. Йәғни быларҙың икеһенең дә мәғәнәһе бер.


Бына шуның өсөн Алла фирғәүенгә күрәсәген белдерә тип әйткәйнем.


Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ, тигәнде аңлата.


Ул аҡылы менән күктәрҙе яратҡан, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек.


Өмөт бағламағыҙ түрә-башлыҡтарға, Ҡотолоу бирә алмаған кеше затына.


Халыҡтарҙы тимер таяҡ менән ҡырырһың; Балсыҡ көршәктәй селпәрәмә ватырһың».


Йырсылар етәксеһенә: Ҡорах улдарының мәҙхиәһе.


Йәшене ғаләмде балҡыта, Ер йөҙө быны күреп тетрәнә.


Шуға күрә Раббы Хаким һеҙгә былай ти: «Бына, Мин Сионда һыналған, Баһалап булмаҫлыҡ мөйөш ташы, Ныҡлы нигеҙ ташы ҡуям. Уға ышанған һис кем ҡаушап төшмәҫ.


Шунан Даниил, батша Бабилдың аҡыл эйәләрен үлтерергә тәғәйенләгән Арйох эргәһенә барып, былай тине: – Бабил аҡыл эйәләренең йәндәрен алма. Мине батшаға алып бар, мин уның төшөн юрайым.


Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар һәм ахыр заманаларҙа нимә буласағын Навуходоносор батшаға Ул белдергән. Түшәгеңдә йоҡлап ятҡанда, һиңә түбәндәге төш һәм күренмештәр иңгән.


Түшәгеңдә ятҡанда һинең уйың, батша, киләсәккә уҡталған булған – шуға Серҙәрҙе асыусы һиңә киләсәктә нимәләр буласағын күрһәткән.


Был батшалар хакимлыҡ иткән осорҙа Күк Аллаһы мәңге емерелмәҫ бер батшалыҡ ҡорор һәм был батшалыҡ башҡа халыҡ ҡулына тапшырылмаҫ. Ул бөтә әүәлге батшалыҡтарҙы емереп бөтөр, үҙе мәңгелеккә ҡалыр.


Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


Йәрүсәлимде бөтә халыҡтар өсөн ауыр бер таш итәм. Уны күтәрергә маташҡан һәр береһе имгәнер. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Йәрүсәлимгә ҡаршы берләшер.


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Сөнки Раббы Аллағыҙ – ул аллаларҙың Аллаһы, хакимдар Хакимы, бөйөк, ҡөҙрәтле һәм дәһшәтле Алла. Ул кемдең кем икәненә ҡарамай, ришүәт тә алмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ