Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 11:45 - Башкирский ВЗ (неполный)

45 Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тауҙың араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

45 Ул диңгеҙ менән гүзәл изге тау араһында батша сатырҙары ҡорор. Ләкин уның ахыры килер, һәм уға бер кем дә ярҙам итмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 11:45
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ишетегеҙ быны бар халыҡтар! Тыңлағыҙ, донъяла йәшәүселәр:


Хаким Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә эшен тамамлағандан һуң былай тиер: «Ашшур батшаһын тәкәббер йөрәге, Текә ҡарашы өсөн язалаясаҡмын.


Изге тауымдың һәр тарафында Һис кем яуызлыҡ һәм зыян ҡылмаҫ. Эйе, һыуҙар диңгеҙҙе тултырған һымаҡ, Ер йөҙө Раббыны танып-белеү менән тулыр.


Эсеңдән әйткән инең: „Күккә ашырмын, Тәхетемде Алланың йондоҙҙарынан да юғарыраҡ ҡуйырмын, Алыҫ төньяҡта, илаһтар йыйылған тауҙа ултырырмын,


Ахырҙа шундай көндәр килер: Раббының йорто торған тау Барлыҡ тауҙарҙан бейегерәк ҡуйылыр, Бар түбәләрҙән юғарыраҡ ҡалҡып торор, Бөтә ҡәүемдәр уға ағылыр.


Ул көндө бөйөк борғо ҡысҡыртылыр; Ашшур ерендә аҙашып йөрөгәндәр, Мысырға һөрөлгәндәр, ҡайтып, Йәрүсәлимдәге изге тауҙа Раббыға сәждә ҡылыр.


Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти.


Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.


Мин һине кире борасаҡмын, алыҫ төньяҡтан сығарып Исраил тауҙарына килтерәсәкмен.


Ә һөжүм иткән батша үҙе теләгәнде ҡылыр, уға бер кем ҡаршы тора алмаҫ. Ул Гүзәл илдә нығыныр, һәм ил тотош уның хакимлығында ҡалыр.


һәм Гүзәл илгә килеп етер. Унан күптәр зыян күрер, әммә Эдом, Моав, шулай уҡ Ғаммон иленең байтаҡ өлөшө уның ҡулынан ҡотолоп ҡалыр.


Уны көнсығыштан һәм төньяҡтан килгән хәбәрҙәр ҡурҡытыр, һәм ул асыу-ярһыу менән, күптәргә емереклектәр һәм һәләкәттәр килтереп, шул яҡҡа йүнәлер.


Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш, алтын, ваҡланып, йәйге ырҙындағы кәбәк һымаҡ булды. Ел уларҙы бөтәһен дә осороп алып китте, хатта эҙҙәре лә ҡалманы. Ә һәйкәлгә килеп бәрелгән таш иһә оло тауға әйләнеп, бөтә ер өҫтөн баҫып алды.


Һуңынан иһә хөкөм ултырышы башланыр һәм был батшанан хакимлыҡ тартып алыныр, ул бөтөнләй юҡ ителер.


Хәйләкәрлеге арҡаһында, Мәкерле эштәрендә уңыш ҡаҙаны, Үҙен бөйөктәргә тиңләр. Көтмәгәндә ул күптәрҙе харап итер, Хакимдарҙың Хакимына ҡаршы күтәрелер. Ләкин ул һәләк ителер – әммә кеше ҡулынан түгел.


Хакимым минең! Һин хаҡлыһың, әммә Үҙ асыуыңды һәм ярһыуыңды Үҙеңдең ҡалаң Йәрүсәлимдән, Үҙеңдең изге тауыңдан кире ҡайтарһаңсы. Беҙҙең гонаһтарыбыҙ һәм ата-бабаларыбыҙҙың ғәйептәре өсөн Йәрүсәлим менән Һинең халҡың тирә яҡтағы бөтә халыҡтар алдында хурлыҡ кисерә.


Үҙемдең һәм халҡым Исраилдың ҡылған гонаһтарын танып һәм доға ҡылып, мин, Аллам Раббыға, Алламдың изге тауы тураһында ялбарыу менән мөрәжәғәт итеп, шулай тинем.


Төньяҡтан ябырылған дошманды Һеҙҙән алыҫҡа ҡыуырмын. Уны ҡыуан ерҙәргә, сүллеккә, Алдан килгәнен – көнсығыш диңгеҙгә, Арттағыһын көнбайыш диңгеҙгә быраҡтырырмын. Үләкһәләренән ҡот осҡос һаҫыҡ еҫ таралыр». Ысынлап та Раббы бөйөк эштәр ҡыла!


Бихисап ҡәүемдәр килеп бер-береһенә: «Әйҙәгеҙ, Раббы тауына, Яҡуп Аллаһының йортона сығайыҡ, – тиер. – Ул беҙгә Үҙ юлдарын өйрәтһен, Беҙ Уның һуҡмағынан йөрөрбөҙ». Сөнки ҡанун – Сиондан, Раббы һүҙе Йәрүсәлимдән килер.


Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр.


Ғасмондан Мысыр сигендәге йылғаға табан боролор ҙа, Бөйөк диңгеҙ буйында тамамланыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ