Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Даниил 11:31 - Башкирский ВЗ (неполный)

31 Уның ғәскәрҙәре килеп Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Уның ғәскәрҙәре, килеп, Изге торлаҡ нығытмаһын яулап алыр, уны нәжесләр, көндәлек ҡорбан килтереүҙе туҡтатыр һәм Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмә урынлаштырыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Даниил 11:31
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөнки Йәрүсәлим халҡы Мине ташланы, был урынды нәжесләне. Үҙҙәре лә, ата-бабалары ла, Йәһүҙә батшалары ла белмәгән башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр һәм был ерҙе ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡаны менән һуғарҙылар.


– Йәһүҙә халҡы күҙ алдымда яуызлыҡ ҡылды, – тип белдерә Раббы. – Минең исемемә бағышланған был ҡорамға ерәнгес боттарын ҡуйҙылар, уны нәжесләнеләр.


Хазина-байлығын талар өсөн Дошман ҡулын һонған. Ят ҡәүемдәрҙең Изге торлаҡҡа, Һин, Раббы, яттарға аяҡ баҫырға тыйған, Йыйыныма кермәһендәр, тип бойорған, Мөҡәддәс урынға ингәндәрен күрә.


Хаким Үҙенең ҡорбан усағынан ваз кисте, Изге торлағынан баш тартты. Сион һарайҙарын уратҡан диуарҙарҙы Дошман ҡулына тапшырҙы – Улар хәҙер байрамдағы һымаҡ Раббы йортонда шау-гөр киләләр.


Раббы уларға: – Барығыҙ! ҡорамды нәжесләгеҙ, ихаталарҙы мәйет менән тултырығыҙ! – тине. Шунан һуң тегеләр сығып ҡалала үлтерергә тотондо.


Көндәлек ҡорбан килтереү юҡҡа сығарылып, ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес нәмәне ҡуйған замандан алып бер мең дә ике йөҙ ҙә туҡһан көн үтер.


Үҙ көсө менән булмаһа ла, Ул ныҡлап аяҡҡа баҫыр, Ҡот осҡорлоҡ емереклектәр ҡылыр, Ғәмәлдәрендә уңыш ҡаҙаныр, Көслөләрҙе лә, мөҡәддәс халыҡты ла ҡырыр.


Был кистәр һәм таңдар тураһында һиңә иңгән күренмеш хаҡ. Тик һин күргәнеңде сер итеп һаҡла; ул алыҫ киләсәк хаҡында.


Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Был Исраил халҡы оҙаҡ ваҡыт батшаһыҙ һәм башлыҡһыҙ, ҡорбанһыҙ һәм табыныу бағаналарыһыҙ, эфодһыҙ һәм йорт илаһтарыһыҙ йәшәйәсәк тигәнде аңлата.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ