Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Башланмыш 47:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Тағы былай тип өҫтәнеләр: – Беҙ был ергә йәшәргә тип күсенеп килдек. Ҡәнғәндә хәҙер бик ҡурҡыныс аслыҡ хөкөм һөрә, көтөүлектәр ҡороп кипте. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Башланмыш 47:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был илдә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды.


Раббы Ибрамға былай тине: – Шуны бел: һинең тоҡомоң сит бер илдә килмешәк булып йәшәр. Дүрт йөҙ йыл ҡол булып, йәбер-золом күрер.


Һин Гошен ерендә төйәкләнерһең, улдарың, улдарыңдың балалары, көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән бергә минең эргәмдә генә булырһың.


былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә төйәкләндерер, сөнки мысырҙар мал көтөүселәрен ерәнгес һанай.


Фирғәүен Йософҡа: – Атайың менән туғандарың яныңа килгән, – тине. –


Шул арҡала Раббы уларҙы юҡ итмәк булды, Әммә Муса – Алла һайлаған зат, Уның ҡаршыһына баҫып, Һәләкәтле ярһыуынан алып ҡалды.


Раббы Хаким былай ти: «Башта халҡым Мысырға барғайны. Унда килмешәк булып йәшәне. Унан ашшурҙар уларҙы бер ғәйепһеҙгә иҙҙе.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ