Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Башланмыш 4:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һиңә уңышын бирмәҫ. Ер йөҙөндә берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Башланмыш 4:12
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Язам күтәрә алмаҫлыҡ ауыр, – тине Ҡабил Раббыға. –


Бына бөгөн Һин мине был тупраҡтан ҡыуаһың. Һинең хозурыңдан йәшенеп, ер йөҙөндә берәҙәк һәм ҡасаҡ буласаҡмын. Юлымда кем тап килә, шул мине үлтерәсәк.


Кеше ҡанын ҡойған әҙәм ҡәбергәсә ҡасып йөрөһөн, тынғы белмәһен, уға һис кем ярҙам итмәһен.


Минең Аллам кире ҡағыр уларҙы, Сөнки Уға ҡолаҡ һалманылар. Шуға ла ҡәүемдәр араһында Толҡа тапмай гиҙәсәктәр.


Баҫыуҙар харап булды, иңрәй тупраҡ, Сөнки иген юҡ ителде, йөҙөм һуты кипте, Зәйтүн майы ҡороно.


Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.


Көсөгөҙ юҡҡа исрафланыр, тупрағығыҙ уңыш, ерегеҙҙәге ағастар емеш бирмәҫ.


Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышына ла өркөп ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.


Әгәр Аллағыҙ Раббының һүҙенә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Уның бөгөн мин һеҙгә еткергән бөтә бойороҡтарын, ҡағиҙәләрен үтәмәһәгеҙ, өҫтөгөҙгә ошо ләғнәттәр төшөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ