Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Башланмыш 39:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3 Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3 Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Башланмыш 39:3
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла баланы ташламаны. Исмәғил буй еткерҙе, сүлдә йәшәй башланы һәм мәргән уҡсы булып китте.


Шул осорҙа Авимәләх үҙенең ғәскәр башлығы Пихол менән бергә Ибраһимға килеп былай тине: – Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.


Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булған һымаҡ, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә бул.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


– Раббының һинең менән булғанын күреп торабыҙ, – тине улар, – шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк тип уйланыҡ.


– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


Раббы Йософ менән булды – эштәре гел уңай килеп торҙо, хужаһының йортонда йәшәне.


Әммә Раббы бында ла Йософ менән булды, уға рәхмәтен һалды һәм төрмә башлығының күңелендә Йософҡа ҡарата яҡшы мөнәсәбәт уятты.


Төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы – сөнки Раббы Йософ менән булды, һәр эшендә уңыш ҡаҙандырҙы.


Ағын һыу буйына ултыртылған ағасҡа оҡшар, Миҙгелендә емеш бирер, Япрағы шиңмәҫ-һулымаҫ. Һәр эшендә уңышҡа өлгәшер.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


Аллағыҙ Раббы барлыҡ ғәмәлдәрегеҙгә фатихаһын бирҙе. Был мөһабәт сүллектә йөрөгән сағыңда гел һеҙҙе ҡурсаланы. Бына ҡырҡ йыл инде Аллаң Раббы һеҙҙең менән һәм бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисергәнегеҙ юҡ».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ