17 Исхаҡ унан китеп, Герар үҙәнендә урынлашты һәм шунда сатырҙарын ҡороп ебәрҙе.
Авимәләх Исхаҡҡа былай тине: – Кит бынан. Һин беҙгә ҡарағанда артыҡ ныҡ көсәйҙең.
Исхаҡ атаһы Ибраһим дәүерендә ҡаҙылған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙҙы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе.