3 Ибраһим Саранан тыуған улына Исхаҡ тип исем ҡушты.
– Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, – тине Алла Ибраһимға. – Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның тоҡомо менән мәңгелек килешеүҙе дауам итермен.
Әммә килешеүемде киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән нығытырмын.
Әммә Алла уға былай тине: – Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ.
– Алла минең йөҙөмдө көләс итте. Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә көләсәк, – тине Сара.
– Ибраһим, – тип өндәште уға Алла. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы Ибраһим. Алла былай тине: – Исхаҡты, яратҡан берҙән-бер улыңды, ал да Морияһ еренә бар. Шунда Мин күрһәткән бер тауҙа улыңды тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтер.
Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫел шәжәрәһе. Ибраһимдың улы Исхаҡ