Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Башланмыш 21:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Алла ир баланың тауышын ишетте. Алла фәрештәһе күктән Хәжәргә: – Һиңә ни булды, Хәжәр? – тип өндәште. – Ҡурҡма, балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Башланмыш 21:17
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.


Раббы фәрештәһе уға тағы шуны әйтте: – Әле һин ауырлыһың, улың булыр. Уға Исмәғил тип исем ҡушырһың, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы Үҙе ишетте.


Раббы фәрештәһе Хәжәрҙе Шурға алып барған юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.


Унан: – Сарая хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораны. – Хужабикәм Сараянан ҡасып китеп барам, – тип яуап ҡайтарҙы Хәжәр.


Раббы фәрештәһе уға былай тине: – Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон. –


Шул ваҡыт күктән Раббы фәрештәһе уға: – Ибраһим, Ибраһим! – тип өндәште. – Эйе, мин, – тип яуап ҡайтарҙы ул.


Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙе һинең тоҡомоңа бирермен» тип ант иткән Күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан фәрештәһен ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.


Шул төндә уға Раббы күренде. – Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың Аллаһымын, – тине Ул. – Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына тоҡомоңдо арттырырмын.


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


Күҙҙәремдең нуры һүнде хәсрәтемдән, Зәғифләнде дошмандарым арҡаһында.


Уның исемен данлап йырлағыҙ, Шөһрәтенә маҡтау яуҙырығыҙ!


Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


Әгәр уларҙы йәберләһәң, улар Миңә ялбарыр һәм Мин уларҙың зарҙарын мотлаҡ ишетермен.


башҡа ябыныр әйбере юҡ уның. Унһыҙ нисек йоҡлаһын ул? Ул Миңә һығыныр ҙа, уны ишетермен, сөнки Мин мәрхәмәтлемен.


Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.


Раббы Мусаға: – Халҡымдың Мысырҙа ни ҡәҙәр яфаланғанын күрҙем, ҡарауылсылар ҡыҫырыҡлауынан иңрәгәндәрен ишеттем! Уларҙың ни тиклем интеккәнен беләм.


Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббыға ялбарҙыҡ. Раббы һыҡтауыбыҙҙы ишетте, ауыр хәлебеҙҙе, ғазаптарыбыҙҙы, йәберләнеүебеҙҙе күрҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ