Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Башланмыш 18:20 - Башкирский ВЗ (неполный)

20 Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Шунан Ибраһимға: – Содом менән Ғаморала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, уларҙың гонаһтары бик ауыр, – тине. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Башланмыш 18:20
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.


беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡындағы аһ-зар Раббыға ишетелде, шуға күрә Раббы беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.


Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре – Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре – Луттың йортон уратып алды.


– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!


Алла ер йөҙөн күҙҙән үткәрҙе лә кешеләрҙең боҙоҡлоҡҡа батҡанын күрҙе, сөнки бөтә әҙәм балалары юлдан яҙғайны.


Ҡиәфәттәре үҙҙәренә ҡаршы шаһитлыҡ итә; Гонаһтарын һис тә йәшермәйҙәр, Содом халҡы кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләйҙәр. Үҙ баштарына бәлә алалар – ҡайғы уларға!


Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йөҙөм баҡсаһы – Исраил халҡы ул; Яратып ултыртҡан йөҙөм үҫентеләре – Йәһүҙә кешеләре! Ул ғәҙеллек көткәйне – бына ҡан ҡойош. Ул хаҡлыҡ көткәйне – һыҡтау!


Енәйәттәребеҙ беҙгә ҡаршы шаһитлыҡ итһә лә, Исемең хаҡына ярҙам ит, йә Раббы! Дөрөҫ, беҙ Һиңә күп хыянат иттек, Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Әммә Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәре араһында Бынан да ҡурҡынысрағын күрҙем: Улар зина ҡыла, ялған эсендә йәшәй; Яуызлыҡты һис кем ташламаһын өсөн Залимдарға ҡеүәт бирәләр. Минең өсөн улар – Содом кеүек, Йәрүсәлим халҡы Ғамора һымаҡ булды».


Өлкән апайың – ҡыҙҙары менән һинән төньяҡта йәшәгән Самария, ә һеңлең – ҡыҙҙары менән һинән көньяҡта йәшәгән Содом.


Ураҡ алығыҙ – иген өлгөргән. Килегеҙ, тапағыҙ, йөҙөм һыҡҡыс тулып ташҡан. Ҡәүемдәрҙең залимлығы шулай хаттин ашҡан.


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк ҡала Ниневеға бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ