4 Раббы тағы өндәште: – Юҡ, ул һинең вариҫың булмаясаҡ, үҙ балаң вариҫың буласаҡ.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Раббы Ибрамға бер күренмештә: – Ҡурҡма, Ибрам. Мин – һинең Ҡалҡаның. Һиңә бүләгем мул булыр, – тине.
Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.
Әммә Алла уға былай тине: – Улың тураһында ла, йәриәң тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, сөнки һинең тоҡомоң Исхаҡтан тараласаҡ.