4 Алла яҡтылыҡтың яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы.
Алла ҡоро урынға «ер» тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы «диңгеҙ» тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
Ер үҫемлектәр – орлоҡ бирә торған үләндәр һәм емешендә орлоғо булған төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.
Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны – ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты – алтынсы көн булды.
Эй Сион, Аллаң Раббы мәңгелек, Быуындан быуынға Ул хакимлыҡ итер. Раббыны данлағыҙ!
Раббы килмешәктәрҙе һаҡлар, Етемдәрҙе, тол ҡатындарҙы ҡурсалар, Яуыздарҙы юлдарында аҙаштырыр.
Яҡтылыҡ – матур; ҡояшты күреү күҙҙәр өсөн ләззәтле.
Яҡты ҡараңғылыҡтан яҡшыраҡ булғандай, аҡылдың да ахмаҡлыҡтан яҡшыраҡ икәнен күрҙем.
Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.