Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Башланмыш 1:22 - Башкирский ВЗ (неполный)

22 Алла уларға фатихаһын биреп былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

22 Алла уларға фатихаһын биреп, былай тине: «Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; ә ер йөҙөндә ҡош-ҡорт күбәйгәндән-күбәйһен».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Башланмыш 1:22
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ хайуандарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.


Кис булды, таң атты – бишенсе көн булды.


Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».


– Әгәр ҙә минән риза булһаң, бында ҡал! – тине уға Лаван. – Мин күрәҙәлек аша шуны аңланым: һинең арҡала Раббы мине лә фатихаланы.


Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы һине фатихаланы! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


үҙең менән алған бөтә йән эйәләрен – ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөй торған йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үрсеһен, бихисап артһын.


Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.


Һабансылар һабан һөрҙөләр һыртымда, Оҙон бураҙналар һалдылар.


Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.


Һеҙҙе ҡурсалармын, үрсетермен, ишәйтермен, һеҙҙең менән килешеүемде теүәл һаҡлармын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ