Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яҡуб 5:16 - Инжил

16 Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танмай әйтеп бирегеҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танығыҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яҡуб 5:16
68 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Доға ҡылғанда нимә һораһағыҙ ҙа, ышанһағыҙ, ҡабул булыр, – тип яуапланы Ғайса.


Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.


Бөтә Йәһүҙиә халҡы һәм Иерусалимда йәшәүселәр уға килде һәм, гонаһтарын танып, уның тарафынан Иордан йылғаһына сумдырылды.


Шәкерттәр юлға сыҡҡан, һәр ерҙә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, ауылдан-ауылға йөрөгән.


Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.


Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.


Иманға килгән күптәр ҡылған насар эштәрен таныны.


– Һеҙ әйткәндәрҙең береһе лә миңә ҡағылмаһын өсөн, Раббыға доға ҡылығыҙ, – тип яуап бирҙе Симон.


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Хаҡ бер кеше лә юҡ, бер генә лә.


Берәүҙең тыңлашмаусанлығы арҡаһында күптәр гонаһҡа төшкән кеүек, бер Кешенең тыңлаусанлығы арҡаһында күптәр аҡлана.


Шуға күрә ошо хәбәрҙе ишеткән көндән башлап беҙ ҙә, Изге Рух тарафынан бирелгән зирәклек һәм бар аң менән Алла ихтыярын тулыһынса танып белеүегеҙҙе теләп, һеҙҙең хаҡҡа үтенеүҙән һәм доға ҡылыуҙан туҡтамайбыҙ.


Алла Үҙе именлек сығанағы, һеҙҙе тулыһынса изгеләштерһен. Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килеүгә бөтөн булмышығыҙ: рухығыҙ ҙа, йәнегеҙ ҙә, тәнегеҙ ҙә саф көйө һаҡланһын.


Имандаштар, беҙҙең хаҡҡа доға ҡылығыҙ.


Һабил иман аша Аллаға Ҡабилға ҡарағанда яҡшыраҡ ҡорбан килтергән. Иман менән килтерелгәнлектән, уның бүләге Алла тарафынан хуплап ҡабул ителә һәм шуның менән ул хаҡ булып раҫлана. Һабил, үҙе иҫән булмаһа ла, иманы аша әлегә тиклем һөйләй.


Нух, иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтөн донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.


Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ эш итергә тырышабыҙ.


Беҙ гонаһтар өсөн үлһен һәм хаҡлыҡ өсөн йәшәһен тип, Ул Үҙе беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы Үҙ тәнендә арҡысаҡҡа күтәрҙе. Һеҙ Уның яраларынан һауыҡтырылдығыҙ.


һәм Унан ни һораһаҡ та алырбыҙ, сөнки Уның әмерҙәрен үтәйбеҙ, Уның күңеленә хуш килгән эштәр ҡылабыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ