17 Шулай итеп, кем дә кем яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә эшләмәй, ул гонаһ ҡыла.
17 Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.
Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ.
Мин донъяға килеп уларға һөйләмәгән булһам, ғәйепле булмаҫтар ине, ә хәҙер ғәйептән аҡланыр саралары юҡ.
– Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
Улар Алланың ғәҙел хөкөмө буйынса үлемгә лайыҡлы икәнлектәрен белә, әммә үҙҙәре гонаһ ҡылып ҡына ҡалмай, хатта ундай эш ҡылыусыларҙы хуплайҙар.
Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.
Сөнки, хаҡлыҡ юлын танып белгәндән һуң, үҙҙәренә тапшырылған тормош менән йәшәү тигән изге әмерҙән кире ҡайтыуға ҡарағанда, ул юлды бөтөнләй белмәһәләр, улар өсөн яҡшыраҡ булған булыр ине.