18 Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.
Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле, сөнки улар Алла балалары тип аталыр.
Ураҡсы эш хаҡы ала һәм мәңгелек тормош өсөн уңыш йыя. Шуға күрә сәскән кеше лә, урғаны ла берҙәй ҡыуана.
Үҙенең гонаһлы тәбиғәтенә ярарға тырышып сәсеүсе – һәләкәт урыр, Рух яланында сәсеүсе Рухтан мәңгелек тормош алыр.
Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерегеҙ, тип доға ҡылам.
Һәр тәрбиә үҙ ваҡытында шатлыҡ булып тойолмай, ә хәсрәт килтереүсе булып күренә, әммә аҙағыраҡ был тәрбиә аша үткәндәргә ул уңыш килтерә: именлек һәм хаҡ тормош бирә.
сөнки кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй.