26 Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле.
26 Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ғәмәлһеҙ иман да үле.
Ғайса көслө тауыш менән: – Атам! Рухымды Һинең ҡулыңа тапшырам, – тип ҡысҡырған да йән биргән.
Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.
Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?
Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.
Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?