24 Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана.
Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ.
Изге Яҙмалағы: «Ибраһим Аллаға ышанды һәм бының менән ул хаҡ һаналды» – тигән һүҙҙәр раҫланды һәм ул Алланың дуҫы тип аталды.
Фәхишә Рахав та, хәбәрселәргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп һәм уларға бүтән юлдан китергә ярҙам итеп, ҡылған ғәмәле арҡаһында Алла тарафынан аҡланмағанмы ни?