Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яҡуб 2:21 - Инжил

21 Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан килтереү урынына ятҡырғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

21 Атабыҙ Ибраһим, улы Исхаҡты ҡорбан усағына һалғас, ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында аҡланмағанмы ни?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яҡуб 2:21
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйткән һүҙҙәреңә ҡарап аҡланырһың, әйткән һүҙҙәреңә ҡарап хөкөм ителерһең.


«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала.


атабыҙ Ибраһимға биргән антын – иҫендә тота:


Шул саҡта бай: «Ибраһим атам! Миңә мәрхәмәтле булып, Лазарҙы яныма ебәр әле, ул бармаҡ осон һыуға манып, телемде сылатып һалҡынайтһын, мин ялҡында ғазапланам», – тип ҡысҡырған.


Бай иһә: «Юҡ, Ибраһим атам. Үлгәндәрҙең береһе терелеп улар янына барһа, шул мәлдә тәүбәгә килерҙәр ине», – тигән.


Улар: – Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе. – Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ.


Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?


– Туғандар һәм аҡһаҡалдар! – тип һүҙ башланы Стефан. – Тыңлағыҙ. Атабыҙ Ибраһим Харран ҡалаһына күсеп килгәнгә тиклем, Месопотамияла йәшәгән сағында, уға Алла Үҙенең балҡып торған шөһрәтендә күренгән.


Ҡанун ҡушҡандарҙы үтәп кенә Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит. Ҡанун гонаһтың ни икәнлеген генә аңлата.


Халҡыбыҙҙың нәҫел башлығы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште?


Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың атаһы.


Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәт буйынса булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә көскә эйә булып тора: ҡанунға таяныусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иман тотоусылар өсөн дә. Изге Яҙмала: «Мин һине күп халыҡтарҙың атаһы итеп ҡуйҙым», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим барыбыҙға ла ата. Ул үлеләрҙе терелтеүсе, булмаған нәмәләрҙе бар итеүсе Аллаға ышанды һәм Алла алдында бөтөнөбөҙ өсөн дә – ата.


Ибраһим, Алла тарафынан һыналғанда, иманы арҡаһында ҡорбанға Исхаҡты тәҡдим итте. Ул үҙенә вәғәҙә ителгән һәм: «Һинең нәҫелең Исхаҡ аша килә», – тип әйтелгән берҙән-бер улын ҡорбан итеп бирергә лә әҙер ине.


Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.


Күрәһегеҙме, кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ