Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яҡуб 2:20 - Инжил

20 Эй буш бәндә! Ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ булыуына дәлилдәр теләйһеңме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Эй буш бәндә! Ә һин ғәмәлһеҙ имандың файҙаһыҙ икәнен күрһәтеүҙәрен теләйһеңме?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яҡуб 2:20
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләр, Алла тураһында белһәләр ҙә, Уны Алла итеп тейешенсә данламаны, ҡәҙерен белмәне, киреһенсә, буш уйҙарға бирелде, аңларға теләмәгән йөрәктәрен ҡараңғылыҡ солғаны.


Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ.


Эй һин, әҙәм балаһы, Алла менән бәхәсләшергә кем һуң һин? Көршәк үҙен яһаусыға: «Ни эшләп һин мине былай итеп яһаның?» – тип әйтерме?


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Әгәр ҙә кемдер үҙе тураһында ысынына ҡарағанда һәйбәтерәк фекерҙә булып, үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуя икән, ул фәҡәт үҙ-үҙен алдай.


Һаҡ булығыҙ: һеҙҙе берәйһе Мәсих менән түгел, ә кешеләрҙең риүәйәттәренә һәм донъяның идара итеүсе көстәренә таянып тыуған буш һәм ялған фәлсәфә ярҙамында ҡол итмәһен.


Ҡайһы бер кешеләр барыһын да ситкә ҡуйып, ҡанун өйрәтеүсе булырға ынтылды, ни һөйләгәндәрен дә, ни раҫлағандарын да белмәй, буш хәбәр һөйләүгә күсте.


Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ.


Кемдер үҙен иманлы тип һанай, ләкин телен тыймай икән, ул үҙ-үҙен алдай, һәм уның Аллаға табыныуы файҙаһыҙ.


Иман менән дә шулай. Ғәмәле булмаһа, ул үҙенән-үҙе үле.


Шулай уҡ, рухһыҙ тән үле булған кеүек, ҡылынған ғәмәлдән башҡа иман да үле.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ