Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яҡуб 2:19 - Инжил

19 Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡалтырашып тора.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яҡуб 2:19
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


– Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы.


– Беренсе әмер, – тип яуапланы Ғайса. – «Тыңла, Израиль! Беҙҙең Аллабыҙ Раббы – берҙән-бер Алла!


– Эй, Ғайса, Аллаһы Тәғәләнең Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип көслө тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе.


Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла әмерен кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –


– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырған.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


Ҡыҙ Павел менән беҙҙең артыбыҙҙан: – Был кешеләр – Аллаһы Тәғәлә ҡолдары, улар һеҙгә ҡотолоу юлын күрһәтә, – тип ҡысҡырып барҙы.


Әммә шаҡшы рух: – Ғайсаны беләм, Павел да миңә таныш, ә һеҙ кем? – тип яуап бирҙе.


Әммә Павел тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, форсат тапҡас, һине саҡыртырмын, – тине ул.


сөнки Алла бер. Ул сөннәтлеләрҙе аҡлаған кеүек, сөннәтһеҙҙәрҙе лә иман аша аҡлай.


Шулай итеп, ялған илаһтарға ҡорбан ителгән ит менән туҡланыуға килгәндә, беҙ шуны беләбеҙ: донъяла ялған илаһтар бер әһәмиәткә лә эйә түгел һәм берҙән-бер Алланан башҡа бер ниндәй илаһ та юҡ.


Аллабыҙ берәү генә – беҙҙең Атабыҙ. Бөтөн нәмә – Унан, Ул беҙҙең йәшәйешебеҙҙең маҡсаты. Раббыбыҙ ҙа берәү – Ғайса Мәсих, бөтөн нәмә Уның аша булдырылды һәм беҙ Уның аша йәшәйбеҙ.


Әммә берәүгә аралашсы кәрәкмәй. Ә Алла – бер!


Алла бер, Алла менән кешеләр араһында бәйләнеш булдырыусы ла бер. Ул – Ғайса Мәсих,


Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», – тигән Батшалыҡ ҡанунын үтәйһегеҙ икән, дөрөҫ эшләйһегеҙ.


Арағыҙға һиҙҙермәй генә ҡайһы бер аллаһыҙ кешеләр килеп инде. Улар, үҙҙәренең аҙғынлыҡтарын аҡлау өсөн, Аллабыҙҙың мәрхәмәтен боҙоп күрһәтә һәм шуның менән берҙән-бер Хакимыбыҙ һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте инҡар итә. Уларҙың хөкөм ителәсәге Изге Яҙмала күптән инде әйтелгән.


Үҙенә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған һәм торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе иһә Ул, бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Уларҙы алдаған Иблис иһә януар менән ялған пәйғәмбәр ташланылған утлы һәм көкөртлө күлгә ырғытылды. Улар унда мәңгенән-мәңгегә көнө-төнө ғазапланыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ