Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яҡуб 2:18 - Инжил

18 Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ләкин кемдер: «Һинең иманың бар һәм минең ғәмәлдәрем бар», – тиер. Һин миңә үҙеңдең иманыңды ғәмәлдәрҙән башҡа күрһәт һәм мин һиңә үҙ иманымды ҡылған ғәмәлдәрем аша күрһәтермен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яҡуб 2:18
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кеше берәй ризыҡты ашарға яраймы, юҡмы тип шикләнеп ашаһа, Алла хөкөм итер, сөнки ул иман буйынса эшләмәй, ә иман буйынса эшләнмәгән бөтөн нәмә – гонаһ.


Беҙ кешенең ҡанун талаптарын үтәүе менән түгел, ә иман аша аҡланғанлығын таныйбыҙ.


Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:


Шулай итеп, Ғайса Мәсихтеке булғандарға хәҙер бер ниндәй ҙә хөкөм юҡ.


Берәйегеҙ минән: «Шулай булғас ниңә беҙҙе ғәйепләй һуң? Уның ихтыярына берәйһе ҡаршы килә аламы ни?» – тип һорар.


Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел.


Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.


Ҡәҙерлеләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы тап төшөүҙән сафландырайыҡ.


Ғайса Мәсихтә сөннәткә ултыртылыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй ҙә әһәмиәте юҡ, мөхәббәт аша эш итеүсе иман ғына әһәмиәткә эйә.


Өгөтләүемдең маҡсаты – саф йөрәктән, таҙа намыҫтан һәм эскерһеҙ имандан килгән мөхәббәтте тыуҙырыу.


Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,


Боҙоҡ ҡатын Рахав та, Израиль шымсыларын иман аша дуҫтарса ҡабул иткәнгә күрә, тыңлауһыҙҙар менән һәләк булманы.


Улар иман аша батшалыҡтарҙы буйһондора, ғәҙеллек урынлаштыра, вәғәҙә ителгәндәргә өлгәшә. Арыҫландарҙың ауыҙҙарын яба,


Иманлы булмай тороп иһә Алла ризалығын алып булмай, сөнки Уға килеүсе һәр кем Алланың барлығына һәм Уны эҙләгән кешеләргә Унан әжер аласағына ышанырға тейеш.


Кемдер: «Мин иман тотам», – тип әйтә, ләкин быны эштәре менән күрһәтмәй икән, бынан ни файҙа, имандаштарым? Был иман уны ҡотҡара алырмы?


Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ