14 Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра.
14 Һәр кемде, ымһындырып һәм әүрәтеп, үҙенең нәфселе теләге ҡоторта.
Кешенең ауыҙынан сыҡҡаны – йөрәгенән сыға. Уны шул бысрата ла.
Кешене ана шулар бысрата, ә йыуылмаған ҡул менән ашау түгел.
Шунан һуң Алла Рухы Ғайсаны, Иблис тарафынан һынатыр өсөн, сүлгә алып китте.
Ә Мин һеҙгә әйтәм: ҡатын-ҡыҙға енси теләк менән ҡараған кеше күңелендә уның менән инде зина ҡылған була.
Сөнки гонаһ, ошо әмерҙән файҙаланып, мине алдап, уның аша үлемгә килтерҙе.
Шулай итеп, был яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙеме ни? Әлбиттә, юҡ! Әммә гонаһ гонаһ рәүешендә танылһын өсөн, ошо ниндәйҙер яҡшы нәмә миңә үлем килтерҙе. Тимәк, әмер аша гонаһтың сикһеҙ яманлығы күренде.
Ялған нәфсе менән мауығып, аҙғынлыҡ юлынан барған элекке кешенең бығаса алып барған йәшәү рәүешенән баш тартып,
Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, һеҙҙең берегеҙ ҙә гонаһ алдағына бирелеп тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.
Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Ҡотҡо миңә Алла тарафынан ебәрелгән», – тимәһен, сөнки яуызлыҡ Алланы ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай.
Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра, ә гонаһ, тамам нығынып, үлемгә килтерә.