34 Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ!
Барып урын әҙерләгәс, һеҙ ҙә Минең менән бергә булһын өсөн, яңынан килеп, һеҙҙе Үҙ яныма аласаҡмын.
Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була.
Атам! Һин Миңә биргән кешеләрҙең Мин барасаҡ урында Минең менән бергә булыуҙарын теләйем. Улар Һин биргән данлы бөйөклөгөмдө күрһен: Һин бит Миңә донъя яратылғанға тиклем үк мөхәббәтеңде бирҙең.
Уның: «Мине эҙләрһегеҙ, ләкин тапмаҫһығыҙ. Ә Мин буласаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигән һүҙҙәре нимәне аңлата икән? – тип үҙ-ара һөйләштеләр.