3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде ундағы шәкерттәрең дә күрһен.
3 ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен.
Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.
Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, Ул аҡылдан яҙған икән, тип һөйләшеп, Уны көс менән алып китергә килделәр.
Шул ваҡыт Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, Уны саҡырттылар.
Ғайсаның әсәһе һәм ҡустылары килгәс, халыҡ күп булғанлыҡтан, Уның эргәһенә үтә алмағандар.
Ғайсаға: – Әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар һине күрергә теләй, – тип хәбәр еткергәндәр.
Ғайса ла үҙенең шәкерттәре менән шул туйға саҡырылғайны.
Ғайсаның күп шәкерттәре был һүҙҙәрҙе ишеткәс: – Уның һөйләгәндәре ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ! Быны тыңлау мөмкин түгел! – тиеште.
Шул ваҡыттан Ғайсаның күп шәкерттәре, айырылып китеп, башҡаса Уның менән бергә йөрөмәне.
Әммә ҡустылары киткәс, Үҙенә иғтибар йәлеп итмәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.
Әгәр кеше үҙен танытырға теләй икән, ул эшен йәшереп башҡармай. Һин шундай эштәр ҡылаһың икән, Үҙеңде донъяға күрһәт! – тинеләр.
Уға хатта ҡустылары ышанмай ине.
Петр иһә ун бер илсеһе менән бергә тороп баҫты ла ҡысҡырып һөйләй башланы. – Йәһүд халҡы һәм Иерусалимда йәшәгән барлыҡ кешеләр! Мин һеҙгә бының ни икәнен аңлатып бирермен. Һүҙемде иғтибар менән тыңлағыҙ, – тине ул халыҡҡа. –