14 Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы.
14 Байрамдың яртыһы үткәйне инде, Ғайса, Алла йортона инеп, аң-белемгә өйрәтә башланы.
Ғайса, Алла Йортонда өйрәтеүен дауам итеп, көслө тауыш менән: – Һеҙ Минең кем икәнлегемде лә, ҡайҙан килеүемде лә беләһегеҙ. Ләкин Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ебәреүсе – ысын Алла ул. Уны һеҙ белмәйһегеҙ.
Ғайса көн һайын Алла Йортонда өйрәткән. Баш руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ башлыҡтары иһә Уны үлтереү әмәлен эҙләгән,
– Мин асыҡ итеп, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла Йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.
Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы.
Байрамдың аҙаҡҡы – иң бөйөк көнөндә Ғайса тороп баҫып көслө тауыш менән иғлан итте: – Кем һыуһай, Миңә килһен һәм эсһен!
Йәһүдтәрҙең Сатыр Ҡороу байрамы яҡынлашҡас,
Аҙаҡ Ғайса уны Алла Йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.
Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.
Ғайса, Алла Йортона инеп, ундағы бөтә һатыусыларҙы һәм һатып алыусыларҙы ҡыуа башланы, аҡса алмаштырыусыларҙың өҫтәлдәрен, күгәрсен һатыусыларҙың ултырғыстарын ауҙарып ташланы.
Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.