13 Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡып, бер кем дә Уның хаҡында асыҡ ҡына итеп һөйләмәне.
13 Әммә, башлыҡтарҙан ҡурҡҡанлыҡтан, бер кем дә Уның хаҡында ҡысҡырып һөйләп йөрөмәне.
Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.
Шунан һуң Аримафейҙан булған Йософ Пилаттан Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт һораны. Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө. Пилат рөхсәт биргәс, Йософ Ғайсаның кәүҙәһен арҡысаҡтан төшөрөп алды.
Шәкерттәр шул көндө, йәғни аҙнаның беренсе кисендә, йәһүдтәрҙән ҡурҡып, өй ишектәрен бикләп йыйылып ултыралар ине. Шунда Ғайса килеп инде. Ул уртаға баҫып: – Именлек һеҙгә! – тине.
Һинең ҡайҙа йәшәүеңде беләм – унда Иблис тәхете тора. Һин Миңә булған иманыңда ныҡ тораһың. Һеҙҙә, Иблис йәшәгән ерҙә, тоғро шаһитым Антипа үлтерелгән көндәрҙә лә Миңә булған иманыңдан ваз кисмәнең.
– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.
Бер ваҡыт ул төндә Ғайса янына килеп: – Остаз! Беҙ һинең Алла тарафынан ебәрелгән Остаз икәнлегеңде беләбеҙ. Һин ҡылған мөғжизәләрҙе, Алланың ярҙамы булмаһа, бер кем дә эшләй алмаҫ ине, – тине.
Бынан һуң Ғайса Галилея буйлап йөрөнө. Йәһүд башлыҡтары Уны үлтерергә ниәтләгәнлектән, Йәһүҙиәгә бармаҫҡа булды.
Йәһүд башлыҡтары иһә: «Ул ҡайҙа икән?» – тип һорашып, Уны байрам ваҡытында эҙләп йөрөнө.
Йәһүдтәр: – Был Кеше, бер ерҙә лә уҡымайынса, Яҙмаларҙы ҡайҙан шул тиклем яҡшы белә икән? – тип ғәжәпләнде.