Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 7:12 - Инжил

12 Уның тураһында халыҡ араһында күп һүҙҙәр таралды. «Ул яҡшы Кеше», – тине берәүҙәр, ә икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 7:12
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шәкерт остазы кеүек, ә хеҙмәтсе хужаһы кеүек булһа, шул етә. Йорт хужаһын Веельзевул тип атағандар икән, өйҙәгеләрҙе инде бигерәк тә шулай тип атарҙар.


Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, ләкин баҙнат итмәне, сөнки Уны пәйғәмбәр тип һанаған халыҡтан ҡурҡтылар.


– Әфәндем, теге ялғансының иҫән сағында: «Мин өс көндән һуң терелеп торасаҡмын», – тип әйтеүен хәтерләйбеҙ, – тинеләр.


– Ниңә һин Мине изгелекле тип атайһың? – тигән Ғайса. – Алланан башҡа һис кем изгелекле түгел.


Ошо хәлдәрҙе күреп торған йөҙбашы Алланы данлап: – Был Кеше, ысынлап та, тәҡүә Кеше булған икән, – тип әйткән.


Юғары кәңәшмә ағзалары араһында Йософ исемле бер изгелекле һәм тәҡүә кеше булған.


Яҡшы кеше яҡшылыҡ тулы күңеленән яҡшылыҡ алып сыға, ә яман кеше яманлыҡ тулы күңеленән яманлыҡ алып сыға. Сөнки кеше күңелендә ни йөрөй, телендә лә шул була.


Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалған һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данлаған.


Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиешә башланы.


Фарисейҙар халыҡтың Ғайса тураһында шулай бәхәсләшкәнен ишетте. Улар, баш руханиҙар менән бергәләп, Уны ҡулға алырға Алла Йорто һаҡсыларын ебәрҙе.


– Әллә һеҙ ҙә алдандығыҙмы? – тине фарисейҙар.


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡараһаң, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.


Варнава Изге Рух һәм иман менән тулы изгелекле кеше ине, күптәр Раббыға инанып, иман юлындағылар төркөмөнә ҡушылды.


Берәүҙең тәҡүә кеше хаҡына ғүмерен бирере икеле, шулай ҙа бәғзе берәүҙең яҡшы әҙәм өсөн үлергә лә әҙер булыуы ихтимал.


Һәр нәмәне зарланмай һәм бәхәсләшмәй генә башҡарығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ