34 Ләкин Мин кешеләрҙең шаһитлығына мохтаж түгел, быларҙы һеҙҙең ҡотолоуығыҙ өсөн һөйләйем.
Беҙ кешеләр шаһитлығын ҡабул итәбеҙ, ә Алланың шаһитлығы бөйөгөрәк. Бигерәк тә был – Алланың Үҙенең Улы тураһындағы шаһитлығы.
Былары иһә Ғайсаның Алла Улы, Мәсих булыуына һеҙ инанһын өсөн һәм, Уға инаныу арҡаһында, Уның исеменән һеҙгә тормош булһын өсөн яҙылды.
Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.
Көсһөҙҙәрҙе Мәсихкә килтереү өсөн, улар янында көсһөҙ булдым. Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем.
Имандаштар, мин ихлас күңелдән Израилдең ҡотолоуын теләйем һәм Аллаға доға ҡылам.
Шулай булғас, ҡайһы берәүҙәр Аллаға тоғролоҡ һаҡламаған икән, ул ваҡытта ни булыр? Тоғро түгеллектәре Алланың тоғролоғон юҡҡа сығарырмы?
Ғайса: – Мин Үҙемде Үҙем данлаһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам данлы бөйөклөк бирә.
Мин кешеләрҙең данлауына мохтаж түгел.
һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш.
Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.
Израиль халҡы тураһында иһә Алла былай тип әйтә: «Мин тыңлауһыҙ һәм үҙһүҙле халыҡҡа көнө буйы ҡулдарымды һуҙып торҙом».
Әҙәм Улы юғалғанды эҙләп табырға һәм ҡотҡарырға килде.
Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ!
Ләкин Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылған башҡа Берәү бар, Мин беләм: Уның шаһитлығы хаҡ.