Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Яхъя 4:6 - Инжил

6 Унда Яҡуб ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Унда Яҡуп ҡоҙоғо бар ине. Юлда арыған Ғайса шул ҡоҙоҡ янына килеп ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Яхъя 4:6
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Көн үҙәгендә бөтә ер йөҙөн ҡараңғылыҡ ҡаплап алды һәм ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем дауам итте.


Ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты.


Ҡапыл күл өҫтөндә көслө дауыл ҡупты. Тулҡындар кәмәгә килеп бәрелеп, уға һыу тулды. Ә Ғайса йоҡлап ята ине.


Мәрйәм үҙенең беренсе балаһын – Улын тыуҙырған. Ул Уны, йүргәккә төрөп, мал утлыҡсаһына һалған, сөнки ҡунаҡханала урын булмаған.


– Төлкөләрҙең өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны ла юҡ, – тип яуап биргән Ғайса.


Ғайса: – Көндөң оҙонлоғо ун ике сәғәт түгелме һуң? Көндөҙ йөрөүсе абынмай, сөнки ул донъя яҡтылығын күрә.


Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуб ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡубтан бөйөгөрәкме ни?


Ул Самарияның Сихарь тигән ҡалаһына килеп етте. Был ҡала Яҡубтың үҙенең улы Йософҡа биргән биләмәнән алыҫ түгел ине.


Төш ваҡыты ине. Шәкерттәре ризыҡ һатып алырға ҡалаға киткәйне. Шунда һыу алырға тип бер Самария ҡатыны килде. – Миңә эсергә һыу бир әле, – тине уға Ғайса.


Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәтен беләһегеҙ: һеҙ Уның фәҡирлеге аша байыһын өсөн, Ул бай булһа ла, һеҙҙең хаҡҡа фәҡир булды.


Шуға күрә, кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Рухани булыр өсөн, бар нәмәлә туғандарына оҡшарға тейеш булды.


Баш Руханийыбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтөн нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ