6 Тәндән тыуған – тән; Рухтан тыуған – рух.
Улар ҡандан да, тәндең көҫәүенән һәм кешенең теләгенән дә түгел, ә Алланан тыуҙы.
Минең һиңә: «Һеҙ юғарынан тыуырға тейеш», – тип әйтеүемә ғәжәпләнмә.
Миндә, йәғни гонаһлы тәбиғәтемдә, бер генә изгелек тә йәшәмәгәнлеген беләм. Миндә яҡшылыҡ эшләү теләге булһа ла, башҡара алмайым.
Эйе, һәм шуның өсөн дә мин Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен. Шулай итеп, аҡылым менән Алла ҡанунына, ә гонаһлы тәбиғәтем менән гонаһ ҡанунына хеҙмәт итәм.
Гонаһлы тәбиғәтебеҙ хакимлығы аҫтында сағыбыҙҙа, ҡанун тәнебеҙҙәге гонаһлы нәфселәрҙе уятты һәм ҡылған бар нәмәләребеҙҙең аҙағы үлем менән тамамланды.
Гонаһлы тәбиғәтегеҙ буйынса йәшәһәгеҙ, үләсәкһегеҙ. Алла Рухының көсө менән гонаһлы эштәрегеҙҙе үлтерһәгеҙ инде, ул саҡта йәшәйәсәкһегеҙ.
Ә инде Раббы менән ҡушылыусы рухи яҡтан Уның менән бер була.
Шулай итеп, кем Мәсихтеке, ул яңы зат итеп яратылған. Боронғо тәртип үтте, хәҙер яңы тәртип башланды.
Ә Ғайса Мәсихтеке булғандар үҙҙәренең гонаһлы тәбиғәтен ынтылыштары һәм аҙғын нәфселәре менән арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап ҡуйҙы.
Ҡасандыр беҙ бөтөнөбөҙ ҙә, тәнебеҙ һәм уйҙарыбыҙҙың ихтыяжын үтәп, тән теләктәре буйынса йәшәнек, һәм, булмышыбыҙ арҡаһында, беҙҙе башҡалар кеүек үк Алла асыуы көтә ине.
Мәсихтә булып, һеҙ кеше ҡулы менән башҡарылған сөннәт менән түгел, ә Мәсих сөннәте менән сөннәтләндегеҙ. Шуның менән һеҙ гонаһлы тәбиғәт хакимлығынан азат ителдегеҙ.
Алланан тыуған гонаһ ҡылмай, сөнки унда Алла орлоғо бар. Ул гонаһ ҡыла алмай, сөнки ул Алланан тыуған.