34 Алла ебәргән Зат Алланың һүҙҙәрен һөйләй, сөнки Ул Рухты самаһыҙ бирә.
«Бына – Мин һайлаған Хеҙмәтсем, Минең ҡәҙерлем, йәнемдең ҡыуанысы. Мин Уны Рухым менән һуғарырмын, Ул Минең хөкөмөмдө халыҡтарға иғлан итер.
«Раббының Рухы Минең өҫтөмдә, сөнки Ул Мине майлап, фәҡирҙәргә Һөйөнөслө Хәбәрҙе еткереү өсөн һайланы. Ул Мине әсирҙәргә – азатлыҡ, һуҡырҙарға – күҙе күрә башлауын иғлан итергә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға
Уның мәрхәмәт байлығынан беҙ барыбыҙ ҙа мәрхәмәт өҫтөнә мәрхәмәт алдыҡ.
Мин Атанан һеҙгә Яҡлаусы ебәрәсәкмен. Ул – Атанан сыҡҡан Хәҡиҡәт Рухы – килгәс, Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡыласаҡ.
Әммә һеҙгә дөрөҫөн әйтәм: Минең китеүем һеҙҙең өсөн хәйерлерәк, әгәр китмәһәм, һеҙгә Яҡлаусы килмәйәсәк; ә китһәм, Мин Уны һеҙгә ебәрәсәкмен.
Алла Үҙенең Улын донъяны хөкөм итергә тип түгел, ә донъя Уның аша ҡотолһон өсөн донъяға ебәрҙе.
Үҙендә тормош булған кеүек, Улына ла Үҙ-Үҙендә тормошҡа эйә булыу ҡөҙрәте бирҙе
Ғайса: – Өйрәткәндәрем Үҙемдән түгел, ә Мине Ебәреүсенән.
Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни?!
Кем Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.
Алла назаралы Ғайсаны Изге Рух менән һуғарып, Уға ҡөҙрәт бирҙе. Ғайса, яҡшылыҡ ҡылып, Иблис йонсотҡан кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөнө, сөнки Алла Уның менән булды.
Сөнки тормош биреүсе Рух ҡануны һине Ғайса Мәсих аша гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте.
Миңә, бөтөн иманлылар араһында иң түбәненә, ошо мәрхәмәт – Мәсихтең сикһеҙ байлығын башҡа халыҡтарға вәғәзләү,
Алла Үҙенең бөтә тулылығы менән Унда йәшәүҙе,
Алла бөтөн тулылығы менән Мәсихтә кәүҙәләнеп йәшәй.
Ул миңә тағы былай тине: – Ғәмәлгә ашты! Мин – Альфа һәм Омега, Башы һәм Аҙағы. Мин һыуһағанға тереклек һыуы шишмәһенән бушлай һыу эсерәм.
Шунан һуң фәрештә миңә Алланың һәм Бәрәстең тәхетенән ағып сыҡҡан, кристалл һымаҡ ялтырап торған тереклек һыуы йылғаһын күрһәтте.